Рәсәй халыҡтары спартакиадаһы 2026 йылда илдәге төп спорт ваҡиғаһы
Быйыл призлы урындар өсөн түләүҙәр 2022 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға ҙур була. Был турала федераль спорт министрлығынан хәбәр итәләр. Еңеүсегә ярты миллион, икенсе урын алыусыға 300 мең, өсөнсө урынға 200 мең һум ҡаралған. Донъя рекордын ҡуйыусыға 750 мең һум бирелә, Европа кимәлендәге ҡаҙаныш өсөн 500 мең, Рәсәй р…
Өфөлә үҫмер ҡыҙ бысаҡ менән йәрәхәтләгән балаларҙың хәле тотороҡло ауыр
Улар дауаханала ҡала. Был турала һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итәләр. Үҫмер ҡыҙ танышына килгән, уға һәм уның һеңлеһенә бысаҡ менән ташланған. Йәш енәйәтсене ҡулға алғандар. Тәфтиш комитеты енәйәт кодексы буйынса тикшереү башлаған.
Башҡортостанда һайлауҙарға йәмәғәт күҙәтеүе көсәйтелә
Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы һәм 7 партия араһында һайлау кампанияһын күҙәтеү тураһында килешеү төҙөлдө. Башҡортостандың йәмәғәт палатаһында хеҙмәттәшлек тураһында күп яҡлы килешеүгә палата рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина һәм сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәһе етәкселәре ҡул ҡуйҙы. Ул берҙәм һайлау көнөндә -18, 19 һәм 20 сентябрҙә тауыш биреүҙә …
Башҡорт инженерҙары үтә таҙа метан алыу технологияһын уйлап тапҡан
Энергетика өлкәһендәге асыш: башҡорт инженерҙары үтә таҙа метан алыу технологияһын уйлап сығарған. Уның моляр массаһы 99,99% тәшкил итә. Был продукт айырыуса юғары технологиялы энергетика һәм сәнәғәт системалары өсөн кәрәк. Ҡатнашмаларҙың етешмәүе туранан тура ҡорамалдарҙың һөҙөмтәле эшенә тәьҫир итә. Проект мөмкинлектәре тураһын…
Радий Хәбиров Башҡортостанда ҙур балалар дауаханаһы төҙөлөшөнә әҙерлек эштәрен башларға ҡушты
Башҡортостанда балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙә заманса алымдар, юғары технологиялар ҡулланыла. Поликлиникалар төҙөкләндерелә, мобиль комплекстар һатып алына. Шуға ҡарамаҫтан, заманса медицина учреждениеларына ихтыяж ҙур. Республика башлығы Радий Хәбиров кескәй пациенттар өсөн яңы дауахана төҙөү көн…
Аҙна башында республиканың һауа торошонда кинәт үҙгәрештәр күҙәтелде
Күпселек райондарҙа туҡтауһыҙ ямғырҙар яуҙы, һауа температураһы ғәҙәттәгенән күпкә түбәнәйҙе. Әммә аҙна уртаһына көндәр һиҙелерлек йылытасаҡ. Һауа температураһы төндә 8-13 тирәһе, көндөҙ 22- 27-гә тиклем күтәреләсәк. Йәйге йылы көндәр оҙаҡҡа бармаясаҡ. Аҙна аҙағына тәбиғәт әкренләп көҙгә әҙерләнә башлай, һауа температураһы яйла…
«Аҡбуҙат» сценарий лабораторияһы йәш таланттарҙы ҡабат йыйа
«Аҡбуҙат» йәш таланттарҙы ҡанатландыра. Республика башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған сценарий лабораторияһы йәнә уҡыуҙар ойошторорға йыйына. Тәүге сығарылыш күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡан.
Күмертауҙа популяр йырсы Юрий Шатуновҡа арналған мурал асылды
Беренсе май урамындағы 32 йорттоң фасадын биҙәгән һүрәтте ҡала көнөндә астылар. Проект йырсының тоғро тамашасыһы, фанаты, Мәскәүҙә йәшәүсе Марина Богданова ниәте менән тормошҡа ашырылған. «Беҙҙең Шутунов» блогын алып барған ханым социаль селтәрҙәрҙә үҙ фекерҙәштәрен таба. Муралды ул йырсының тыуған Ҡалаһы -Күмертауҙа төшөрөргә ҡарар и…
Башҡортостанда «Йәштәр һәм балалар» милли проекты сиктәрендә 42 мәктәп ремонтлана
Шуларҙың 36-һы быйыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Эштәр әле 97 процентҡа тамамланған. Баш ҡалала иһә быйыл рекордлы һан-16 мәктәп беренсе сентябрҙе «яңы күлдәк»тә ҡаршы ала. Әле төҙөүселәр һуңғы эштәр менән мәшғүл. Уҡыу кабинеттарында яңы парталар, ултырғыстар уҡыусыларҙы көтә.
Әлшәй районы предприятиеһы «Башҡортостан продукты» проекты дипломанты булды
Әлшәй районындағы һөт тауарҙары етештереү предприятиеһы «Башҡортостан продукты» проекты дипломанты булды. Аҡ май һәм сырҙарға махсуслашҡан компанияла айына дүрт мең ярым тонна һөт эшкәртелә. Барлыҡ технологик талаптарҙың үтәлеше етди контролдә тотола, сеймал лаборатория шарттарында тикшерелә. Һөт ризыҡтары Рәсәйҙең башҡа…