✅ Был егет ниндәй райондан тигән һорауға яуап бирәбеҙ ⤵️
Таныш булығыҙ - Джеймс Атлас. Ул Австралиянан. Әлеге мәлдә Башҡортостанда йәшәй.
Уны йыш ҡына урамда башҡорт икән тип уйлап, хәбәр ҡушалар икән. Уның Башҡортостандағы тормошо, ижады хаҡында тулыраҡ 19 август, 10:15 "Ҡараш" тапшырыуында тыңлағыҙ.
"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы өсөн гуманитар ярҙам туплана.
“Халыҡ фронты”ның республика бүлексәһе ошондай башланғыс менән сыҡты. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы.
Быйыл ойошма махсус хәрби операция биләмәһенә 70-кә яҡын гуманитар ылау оҙатҡан. 73 хәрби берләшмәгә ярҙам күрһәтелгән. Һалдаттарға 25 автомобиль, пилотһыҙ осҡостар, медицина ҡорамалдары, элемтә һәм күҙәтеү…
🎉Яҡташтарыбыҙ Рәсәй мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре өсөн дәүләт стипендияһына лайыҡ булды.
Был исемлектә: Ҡәҙим Аралбаев, Лариса Абдуллина, Әлфиә Әсәҙуллина, Айгиз Баймөхәмәтов, Рәшиҙә Бикмәтова, Юрий Горюхин, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Винер Исхаҡов, Владимир Кузьмичёв, Мөнир Ҡунафин, Тимерйән Ниәтшин, Лилиә Сәғиҙуллина, Гөлфинә Сәлимова, Дилбәр Сөләймәнова, Хәйҙәр Тапаҡов, Миләүшә Хәбилова, Михаил …
🎣Балыҡ тотоу берләштерҙе: Өфөлә МХО ветерандары өсөн турнир үтте
Өфө районының Линевое күлендә Башҡортостандың Махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ойошторған балыҡ тотоу турниры үтте.
Сарала Махсус хәрби операция ҡатнашыусылары, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзалары ҡатнашты. Был сара ярыш ҡына түгел, ә аралашыу һәм ғаилә менән бергә ял итеү майҙанына әйләнд…
Ауылмы әллә ҡаламы? Бөгөн "Табындаш"та ауылға ҡайтып йәшәргә, эшләргә теләүселәр тураһында һөйләшәбеҙ.
🧩Фекерҙәрегеҙҙе, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәрҙе юллағыҙ. Уларҙы ошо яҙма аҫтына комментарийҙа йәки МАХ ҡушымтаһында 8-937-167-54-66 номерына яҙырға мөмкин.
☎️Тура эфир телефоны: 8-347-285-77-85
✅ Ә һеҙ беләһегеҙме?
⛲️Ҡыйғы районында ер аҫтынан 5 метр бейеклеккә тиклем күтәрелгән Әй фонтаны бар. Ул 1960-сы йылдарҙа геологтар ер-һыуҙы өйрәнеү маҡсатында скважина быраулағандан һуң барлыҡҡа килгән.
Был матур урынды күргәнегеҙ бармы?
💭Һеҙҙең һиҙемләү тойғоһон тикшереп ҡарайыҡ әле, дуҫтар.
✅ Һорау: фотолағы егет Башҡортостандың ниндәй районынан тип уйлайһығыҙ? Дөрөҫ яуапты һуңғараҡ яҙырбыҙ.
Яуаптарҙы комментарийҙа көтәбеҙ ⤵️
🌷Хәйерле иртә!
🌦️Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә.
Ел көньяҡ-көнбайыштан, талғын
Һауа температураһы Башҡортостанда +18, +23, Өфөлә +20,+22 градус йылы.
Алдағы ике көндә һауа торошонда әллә ни үҙгәреш көтөлмәй
Мәңгелек мөхәббәт. 💚
Раушан Сөләймәновтан кавер йыр. Оҡшаймы?
Башҡортостандан 18 йәшлек студент махсус хәрби операцияға юллана.
Ул пилотһыҙ осҡос операторы булып хеҙмәт итәсәк.
"Компьютер уйындары менән мауығам. Офицерҙар ошо турала ишеткәс пилотһыҙ осҡос операторы булырға тәҡдим итте. "Малой" тигән позывной алам, - тине буласаҡ һалдат.
Башҡортостанда пилотһыҙ системалар батальонына яуирҙар туплана. Яңы подразделение Муса Гәрәев и…