АҪАБА БАШҠОРТТАР | АСАБА БАШКОРТТАР
АҪАБА – быуындан быуынға, нәҫелдән нәҫелгә күсеп килгән ЕР һәм шуға бәйле ХОҠУҠ булып сыға. Бының тап шулай икәнлеген хәҙерге тарих фәне лә, юридик хоҡуҡтарҙы өйрәнеүсе фәндәр ҙә таный. Аҫаба – аҫабалыҡ нигеҙендә законлы рәүештә ер биләү хоҡуғына эйә булған теге йәки был община (ырыу-ҡәбилә, ауыл, улус) башҡорто. “Нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән ер хужаһы” тигән мәғәнәгә тура килә (Рәсәй адм.-идара итеү учреждениеларында күберәген “вотчинник” һәм һирәк кенә “аҫаба” һүҙе ҡулланылған.) Аҫаба сикләнгән төркөмдән торған. Аҫаба тип иҫәпләнер өсөн билдәле бер башҡорт ҡәбиләһе йәки ырыуының тулы хоҡуҡлы ағзаһы булыу, ергә аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлау өсөн нәҫелдән килгән юридик хоҡуҡҡа эйә булыу, шәхси хужалыҡ алып барыу тейеш тип ҡарала. Билдәле бер социаль-иҡтисади һәм сәйәси шарттарҙа нәҫелдән күсә торған ергә хоҡуғын юғалтҡан һәм үҙ общинаһынан ҡыҫырыҡлап сығарылған кеше аҫаба була алмай һәм типтәрҙәр йәки ҡәрҙәштәр категорияһына күсә”.
Число подписчиков снято вчера.