РУЛЬ АРТЫНДА ЛА ЙЫРЛАП ЙӨРӨЙ УЛ Мин Фәниә Минеғариф ҡыҙы Фәйзуллинаны 20 йылға яҡын беләм. Тормош иптәше Вәрис ағай ауырып үлгәндә уға нибары 42 йәш кенә була. Ике балаһын күтәреп баҡсаға барыуҙар мәшәҡәт тыуҙыра. Шуға күрә лә үҙ хәлен үҙе еңеләйтер өсөн ул ял көндәрендә машина йөрөтөргә өйрәнергә уҡырға керә. Ул саҡта уҡыған өсөн совет аҡсаһы менән 100 һум ғына түләргә тура килә. Бер уйлаһаң һа…






