Хушлашыу һүҙе Иҫке Сибайҙан ҡайғылы хәбәр килде: яҡташыбыҙ, журналист, шағир Мотал Зәкирйән улы Рәмов вафат булған. Мотал Рәмов 1964 йылдың 2 ғинуарында Йылайыр районының Сәләх ауылында тыуған. Тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Йомағужа урта мәктәбендә урта белем ала. Артабан армия хеҙмәтенә саҡырыла. Ә хеҙмәтен тултырып ҡайтыуға башланғыс кластарҙа уҡығанда уҡ балалар матбуға…




