КаталогVKМостай Кәрим - Мустай Карим
Мостай Кәрим - Мустай Карим

Мостай Кәрим - Мустай Карим

@carimovmustai · VK
В каталоге с 18 сентября 2026

Мостай Кәрим — бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, граждан һәм яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәрим — донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе. Үҙенең бар көсөн һәм талантын ул бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын һүрәтләүгә бағышланы. Уның китаптары тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителгән. Ил өсөн ауыр һынылыш мәлдәрендә лә ул өндәшмәй ҡала алманы. Аҡыллы һүҙе халыҡ араһында ҡайтауаз булып яңғыраны. Һәр кем өсөн туғанындай яҡын кеше булды. Халыҡ уны юғары әҙәби маһирлығы, таланты һәм кешелек сифаттары өсөн яратты. Көйө бар кешеләр көй көйләһен, Тартынмаһын, ундай һәләт булғас, Иман итеп шуға ышанайыҡ: Моң тынмаһа, ғаләм һәләк булмаҫ! ОРАН Хыял булып тыуҙым. Заман үткәс, Әйләнермен бары хәтергә. Тик өлгөрһәм ине шул арала "Айны!" - тигән бер һүҙ әйтергә. Айны, кеше, ғәмһеҙ йоҡоңдан! Көн яҡтырыр һин күҙ асыуҙан. Һәм өнөңдә һаташыуҙан айны, Аҙашыуҙан айны - шашыуҙан. Мин үтермен. Исемем телдән төшөр. Бәлки, ҡалыр ошо ораным. Үҙ-үҙемдән һораманым "Һин кем?" "Һин ни өсөнһөң?" - тип һораным. Тыуған - 20 октябрь 1919 йыл

Открыть канал
Идентификатор канала известен, резолв не нужен. -->
подписчики
5 К

Число подписчиков снято вчера.

Что известно о канале

Последняя публикация — 11 мес. назад; за три месяца канал ничего не публиковал, поэтому охват, вовлечённость и динамику считать не из чего.

Похожие каналы

Данные собраны автоматически из открытых источников. Администрация не является автором материалов канала и не отвечает за их содержание. Правовая информация · сообщить о нарушении