Башҡорт ғаиләһе баҫыу эшендә.Тары уралар. Ҡатыны ураҡ менән ире салғы менән эшләй. Салғыға тырма рәүешендә ағас ырғаҡтар беркетелгән. Сапҡанда тарыны көлтәгә һалыуға уңайлы булһын өсөн эшләнгән ҡоролмалыр, күрәһең. XX быуат башы. Круковский фотографияһы. Өфө губернаһы.






