🔥Көҙгө каникулдарҙа Мораҡ башҡорт гимназияһы коллективы "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" акцияһына ҡушылды. Ҡатын-ҡыҙҙар махсус хәрби операция зонаһына ебәреү өсөн тәмле сәк-сәк бешерҙе. Педагогик коллективтың "татлы" сәләме яугирҙарыбыҙға көс-дәрт бирһен, ә беҙ донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын, уларға иҫән-һау ҡайтырға насип булһын, тигән теләктә ҡалабыҙ!






