ШАҢДАУ
Был төркөм, шағирә, журналист, И.Ғиззәтуллин исемендәге премия лауреаты ТАҢСУЛПАН РӘСҮЛДЕҢ шиғырҙары төркөмө. ✒Таңсулпан Рәсүл (тулы исеме: Байтимерова Таңсулпан Рәсүл ҡыҙы) 1989 йылда Бөрйән районы, Иҫке Мөсәт ауылында тыуған. ✒1995-2006 йылдарҙа Яңы Собханғол урта мәктәбендә уҡый. ✒2007-2010 йылдарҙа Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында Агроном һөнәрен ала. ✒2009 й. Сибай ҡалаһында үткән йәш шағирҙар бәйгеһе еңеүсеһе. ✒2009-2010 й.й. уҡыуҙағы һәм ғилми-тикшеренеү эшендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Башҡортостан республикаһы Президенты стипендиаты. ✒2011 й. Учалы яҙыусылар ойошмаһында "Ышаныу" исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы баҫыла. ✒2013 й. "Ҡош юлы" республика фестиваленең I шағирҙар бәйгеһе еңеүсеһе. ✒ 2015 й. Башҡорт матбуғатын, башҡорт мәҙәниәтен сит илдәрҙә популярлаштырыуға, танытыуға тос өлөш индергәне өсөн Бөтә донъя Башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетынан Рәхмәт хаты менән бүләкләнә. ✒2016 йылдан алып "Башҡортостан" гәзите хәбәрсеһе. ✒2017 й. "Китап" нәшриәтенең "Йәштәр тауышы" серияһында "Атай, һине күрҙем..." исемле икенсе шиғри йыйынтығы сыға. ✒2017 й. "Лифт" Бөтә Рәсәй әҙәби журналында шиғырҙар шәлкеме баҫыла. ✒2019 й. Ибраһим Ғиззәтуллин исемендәге әҙәби премия лауреаты. ✒2020 й. Халыҡ-ара М.Ҡашғари хикәйәләр бәйгеһендә Башҡортостан буйынса II урын ала. ✒2020 й. Ҡаҙаҡ шағиры Саят Ҡамшыгерҙың өс телдә сыҡҡан "Һиңә" исемле шиғырҙар китабында ҡаҙаҡсанан шиғырҙар тәржемәһе урын алды. ✒2021 й. март, бөгөнгө көндөң билдәле шағирҙары әҫәрҙәрен туплаған "Ағиҙел" журналының Шиғри йыйынтыҡтар һанында шиғри шәлкеме баҫылды.
ШАҢДАУ — сообщество ВКонтакте в рубрике «Политика». На 6 октября 2026 у него 1 845 подписчиков. Последняя публикация — 706 дней назад. Данные ТелеМакс, обновляются регулярно.
Число подписчиков снято 2 часа назад.



