Танылған театр һәм кино актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы һәм йәмәғәт эшмәкәре Рушана Бабич «Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәте өсөн» миҙалына лайыҡ булды. Награда тураһында Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин май айында уҡ ҡул ҡуйған, ә бөгөн награда үҙенең героиняһын тапты. Бүләкләү тантанаһы халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан үтте. Рушана Юрьевнаны ихлас ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар теләйбеҙ!






