ЙЫЛАН ИТЕ АШАҒАН... Элек беҙҙең өйгә олораҡ кешеләр килһә, сәй артында ниндәйҙер ҡыҙыҡлы ла, серле лә, ғәжәп тә хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләшеп ултырырҙар ине. Һүҙ йәйләүҙәге тормош, ниндәйҙер билдәһеҙ йәнлектәр, күҙгә күренмәгән көслө йән эйәһе, уға: "Беҙ һиңә зыян килтермәйбеҙ, һин дә беҙгә теймә", - тип ялбарыуҙары тураһында барыр ине. Һуңынан: "Донъя - даръя, уның төбө юҡ, осона ла сыға ал…




