Таныйһығыҙмы? Атайым әллә ниндәй дәрәжәләре булған әртистәрҙән былайыраҡ. Бөйөк сәхнә әһелдәренән белем алып, театр сәхнәһендә байтаҡ тәжрибә туплаһам да, әле үҙемде атайым кимәленә еткәнмендер, тип уйламайым. Сәнғәт кешеләре булмаһалар ҙа, атайым да, әсәйем дә беҙҙең һәр башланғысты күтәреп ала беләләр. Ауылға, ғәҙәттә, эшләшергә, ярҙам итергә тип ҡайтаһың бит инде, ә улар: «Эш ҡасмаҫ ул, халыҡ …






