Өфөлә автобус водителенең изге ғәмәле ике көндә ике миллион ҡарау йыйған Ике көндә ике миллион. Һум түгел, ә кеше. Өфөлә йәшәүсе Сулпан Байғалинаның социаль селтәргә һалған видеоролигы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә шунса тапҡыр ҡаралған. Ә видеоролик Өфөләге 31 маршрут автобусының водителе Айҙар Әфләтунов тураһында. Водитель менән ролик ни өсөн күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡан?






