Быйыл декабрь айында Туҡһанбай ауылында ике ҙур байрам үтәсәк: шағир, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 195 йыл һәм Мифтахетдин Аҡмулла музейының асылыуына 45 йыл була. Мифтахетдин Аҡмулла музейының асылыу тарихы. М. Аҡмулла музейының барлыҡҡа килеү тарихынан 1981 йылдың тәүге айҙарында уҡ республикабыҙҙың һәм бөтә төрки донъяһының мәҙәни тормошонда ҙур ваҡиға — күренекле башҡорт шағир…






