“Тере һүҙ” проекты аша тылсымлы башҡорт теленә бар асҡыстар табыла! Рощинский ауылы балалар баҡсаһында “Тере һүҙ” проекты уҡытыу-күрһәтмә комплекты ярҙамында кескәйҙәр башҡорт телен бик теләп һәм ҡыҙыҡһынып өйрәнәләр. Ысынлап та, сағыу, йөкмәткеле һүрәттәр бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡорт телен өйрәнеү буйынса эшләгән әсбабы педагогтарға ла ҙур ярҙамсы…






