Сәйетбаба ауылының Почетлы гражданы Ошо көндәрҙә Сәйетбаба ауылынан һаулыҡ һаҡлау ветераны Әмир Ноғоман улы Заһиҙуллин үҙенең 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Сәйетбаба ауыл биләмәһе хакимиәте Әмир Ноғоман улы Заһиҙуллинды юбилейы айҡанлы ҡотлап, уға “Сәйетбаба ауылының Почетлы гражданы” тигән маҡтаулы исем менән баһаланы. Был матур йола - ғүмер буйы үҙ ауылына хеҙмәт иткән кешеләрҙе билдәләү б…





