- Һәр кеше өсөн был донъяла иң яҡты, иң ҡәҙерле зат – ул ӘСӘЙ! Минең өсөн әсәйем тик әсәй генә түгел, ә ысын мәғәнәһендә, һаҡлап йөрөтеүсе фәрештә. Әсәйем Лилиә Инйәр ашығыс ярҙам станцияһында фельдшер булып эшләй. Был хеҙмәт еңелдән түгел. Кемдеңдер хәле насарайым китһә, бәхетһеҙ осраҡтар булһа, әсәйем тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашыға. Ул һәр ауырыуға йылы һүҙ таба, ауыр минуттарҙа улар менән берг…



