Баймаҡ районының Үрге Иҙрис ауылынан Һиҙиәтуллин Байдәүләт Рамаҙан улы,Ҡолсора ауылынан Мөхөмәтйәнов Ильяс Рәмил улы Ватаны алдындағы хәрби бурысын үтәргә әрме сафына юлланды. Буласаҡ һалдаттарҙы ауыл халҡы матур теләктарен теләп оҙатып ҡалды.Элек- электән ошондай матур йола йәшәй ауылдарҙа. Етмәһә, бөгөн Рәсәйҙә һалдатҡа алыныусылар көнө лә. Байдәүләт менән Ильясҡа хәйерле юлдар, имен-һау ғына …






